Эйе, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бер йыл буйы һәм эҙмә-эҙлекле “инвестсәғәттәр” үткәреүе тәүге емештәрен бирә башланы. РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы властың бизнесҡа ҡарата көйләүсе йоғонтоһоноң файҙаһы буйынса Башҡортостанға беренсе урынды бирҙе.
Ошо хаҡта хәбәр итеп, Радий Хәбиров: “Был еңеү республикала эшҡыуарҙар өсөн артыҡ административ кәртәләрҙең юҡлығы хаҡында һөйләй. Быны РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы ун күрһәткес буйынса иҫәпләй. Былтыр беҙ 30-сы урында инек, быйыл етди еңеүгә өлгәштек. Инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән был ынтылыш республиканың абруйының үҫеүе хаҡында һөйләй. Бизнесҡа беҙгә килеү, яңы эш урындары булдырыу, һалым түләү өсөн сигнал. Беҙҙең яҡташтар Себергә аҡса эҙләп китмәһен, лайыҡлы эште өйҙә тапһын”, – тип билдәләне.