Кисә Мәскәүҙә Ливияла бер-береһенә ҡаршы көрәшеүсе көстәр етәкселеге ҡатнашыуында һөйләшеү ойошторолдо. Яҡтар ваҡытлыса тыныслыҡ урынлаштырыу хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйырға тейеш ине. Һөйләшеүҙәр оҙаҡ һәм көсөргәнешле барҙы, ләкин һөҙөмтәһеҙ тамамланды. Бөгөн иртән мәғлүмәт саралары Ливияның төньяғында һуғыштарҙың дауам итеүе хаҡында хәбәр итте.
Германия канцлеры Ангела Меркель Рәсәй Президенты Владимир Путинға шылтыратты, һүҙ Берлинда үтәсәк Ливияға ҡағылышлы халыҡ-ара конференцияның көн тәртибе хаҡында барҙы.
Африканың төньяғында тиҫтәләрсә йыл барған һуғыш донъяның күпселек илдәрен борсой.
Триполиҙағы милли килешеү хөкүмәте башлығы Фаяз Саррадж менән Ливия милли армияһы командующийы Хәлиф Хафтар уртаҡ тел таба алмай. Күҙәтеүселәр яҡтарҙың Мәскәүҙә осрашыуын һәм һөйләшеүҙәр башлауын ыңғай баһалай.
Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Германия канцлеры Ангела Меркель Ливияла тынысыҡ урынлаштырыу буйынса берлектәге эшмәкәрлекте дауам итергә һөйләште.