Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ғинуар 2020, 11:58

Рәсәй Президенты Владимир Путин Истанбулда. “Төрөк ағымы” барыһын да йылытасаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин эш сәфәре менән Истанбулға килде. Владимир Путин менән Рәжәп Эрдоған иң тәүҙә ике яҡлы һөйләшеүҙәр алып барҙы һәм төбәктәге сәйәси хәлдәр хаҡында фекер алышты. АҠШ президенты Дональд Трамп күрһәтмәһенә ярашлы, Ирен генералы Ҡасим Сөләймәни үлтелергәндән һуң бында хәлдәр көсөргәнешле килеш ҡала. Рәсәй менән Төркиәнең бер яҡлы булыуы Яҡын Көнсығышта хәлде тотороҡландырыуға булышлыҡ итәсәк.

Ике илде хәҙер ныҡлы иҡтисади бәйләнештәр бергә булырға ярҙам итә. Кисә “Төрөк ағымы” газ үткәргесе сафҡа инде. Был хаҡта тантанала Владимир Путин менән Рәжәп Эрдоған иғлан итте. 2019 йылда Төркиә Рәсәйҙән 24 миллион кубометр газ һатып алған, яңы газ үткәргес сафҡа ингәндән һуң был күрһәткес 30 миллион кубометрҙан артып китәсәк. Тантанала Сербия президенты һәм Болгария премьер-министры ла ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
“Төрөк ағымы” Төркиә менән генә сикләнмәй, ошо үткәргес аша килгән газды Болгария, Сербия, Греция, Албания һәм Италия ла көтә.
Фото: news.ru
Читайте нас в