Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ғинуар 2020, 11:33

Дамаск урамдарында Владимир Путин йөрөй. Рәсәй Президенты мәсеттә һәм сиркәүҙә булды.

Яҡын Көнсығыш түгел, ә дары тултырылған ҙур мискә, тип ҡурҡытыусылар отолдо. 2010 йылдан бирле террорсылар менән алышҡан, ҡанға батырылған Сүриәнең баш ҡалаһы Дамаск ҡалаһына көтмәгәндә Рәсәй Президенты Владимир Путин килеп төштө һәм иң боронғо ҡалаларҙың береһенең тарихи урындары менән танышты. Сүриә президенты Бәшәр Асад менән боронғо мәсеткә сәфәр ҡылды, руханиҙар менән аралашты, XVII быуатта нәшер ителгән изге Ҡөрьән бүләк итте. Владимир Путин менән Бәшәр Асад Дамасктағы христиандар сиркәүен дә урап үтмәне. Улар ошо ергә тыныслыҡ теләп шәм тоҡандырҙы, Владимир Путин сиркәүгә Рәсәй оҫталары эшләгән икона бүләк итте.

Владимир Путин менән Бәшәр Асад Рәсәй-Сүриә мөнәсәбәттәрен артабан үҫтереү, төбәктә тыныслыҡты нығытыу йәһәтенән һөйләшеүҙәр үткәрҙе.
Көнбайыш күҙәтеүселәре яңыраҡ ҡаты һуғыштар барған Сүриә еренә Рәсәй Президентының килеүен һиҙмәй ҙә ҡалды. Әгәр Рәсәй Президенты Владимир Путин именлек мәсьәләләрен инҡар итеп, Дамаск урамдарында боронғо ҡомартҡылар менән танышып йөрөй икән, тимәк, бында эштәр улай уҡ насар түгел, урындағы хөкүмәт Рәсәй ҡоралы ярҙамында тыныслыҡ урынлаштырған һәм киләсәккә өмөт ҙур.
Читайте нас: