Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2019, 11:17

Путин Трампты ҡотлаған.

Рәсәй Президенты Владимир Путин АҠШ президенты Дональд Трампты Яңы йыл менән ҡотлаған.

Рәсәй Президенты Владимир Путин АҠШ президенты Дональд Трампты Яңы йыл менән ҡотлаған.
Был ҡотлауҙа, матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, донъяла именлек һәм тотороҡлолоҡ өсөн элек-электән Рәсәй менән АҠШ айырым яуаплылыҡ тотоуы тураһында әйтелә. Ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә, тиңлек һәм ике яҡ өсөн дә файҙалы шарттарҙы һаҡлауға Рәсәй һәр ваҡыт әҙер.
Тағы, Путин коллегаһын Мәскәүҙә үтәсәк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашырға саҡырыуын да раҫлаған, тиелә.
Читайте нас: