Ағиҙел
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2019, 12:21

Авиация ярҙамға килә. Вертолеттар өсөн тағы ла һигеҙ төшөү майҙаны төҙөләсәк.

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, милли проект ярҙамында республикала 2020 йылдың тәүге ярты йыллығында һигеҙ вертолет майҙансығы төҙөләсәк. Улар Нефтекама, Баймаҡ, Сибай, Белорет, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында, Асҡын, Мәсәғүт ауылдарында барлыҡҡа киләсәк. Ашығыс медицина ярҙамына мохтаждарға санавиация, һис шикһеҙ, ярҙам итәсәк.

Сағыштырып ҡарағыҙ, Баймаҡ һәм Сибайҙан тиҙ ярҙам машинаһы Өфөгә 6,5 сәғәт килһә, вертолет менән ошо араны 1,4 сәғәттә үтергә мөмкин. Стәрлетамаҡтан вертолет 40 минутта, Октябрьскийҙан 1 сәғәттә килеп етәсәк.
Министр белдереүенсә, әлегә Өфө ҡалаһында бер генә майҙан эшләй һәм ул хәҙерге талаптарға яуап бирмәй.
Читайте нас в