Ағиҙел
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Декабрь 2019, 11:16

ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ ТОРОШО БЕҘҘЕҢ ЙӘШӘҮ КИМӘЛЕН БИЛДӘЛӘЙ. Тырышлыҡ тәүге һөҙөмтәләр бирә.

Башҡортостан Республикаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаларҙы иң күп тотонған төбәктәрҙең береһе.

Башҡортостан Республикаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаларҙы иң күп тотонған төбәктәрҙең береһе.
Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”ндә етди бурыстар ҡуйҙы. “Был ябай һүҙҙәр түгел, уға тиҙ арала өлгәшеп тә булмай, шулай ҙа маҡсатҡа өлгәшеү өсөн шарттар етерлек”, – тине Радий Хәбиров.
Видеобәйләнеш форматында ойошторолған кәңәшмәлә барлыҡ район башлыҡтары һәм медицина учреждениелары етәкселәре ҡатнашты. Иң тәүҙә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса эшсе төркөм етәксеһе Елена Прочаковская сығыш яһаны. Ул һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы хаттарҙың артыуын, ә социаль селтәрҙәргә килгән мөрәжәғәттәрҙең кәмей барыуын билдәләне, бының сәбәбен хәҙер баш табиптарҙың да үҙ сәхифәләре барлыҡҡа килеүе менән аңлатырға мөмкин.
Килгән мөрәжәғәттәрҙең эстәлегенә килгәндә, халыҡты күберәк дарыуҙар менән тәьмин итеү, табип хаталары, битарафлыҡ, кадрҙар һәм медицина учреждениелары етешмәү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр борсой.
Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында: “Быйыл Башҡортостанда, былтырғы осор менән сағыштырғанда, 2500 кешегә кәмерәк үлгән. Быға ике фактор ыңғай йоғонто яһаған – ҡан әйләнеше системаһынан һәм яман шештән үлеүселәр аҙыраҡ теркәлгән. Балалар үлеме менән бәйле күрһәткестәрҙе тамырҙан яҡшыртыу бурысы тора. Беҙгә киләһе йылда ла көсөргәнешле эшләргә тура киләсәк. Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән Өфөлә Балалар яман шеше һәм гематология үҙәге төҙөү хаҡында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ”, – тип билдәләне. Республика Башлығы кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙә ҡатнашҡандарға рәхмәт белдерҙе. Сөнки ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 400 табип һәм шәфҡәт туташы эшкә йәлеп ителгән.
Радий Хәбиров йылды барлап: “Дөйөм алғанда йыл ыңғай килде. Мәҫәлән, шул уҡ ағыулы спиртлы эсемлектәр менән көрәш ыңғай һөҙөмтәләр бирҙе. Былтырғы осор менән сағыштырғанда, үлеүселәр һаны 115-кә кәмегән. Ә бына Рәсәй кимәлендә ағыуланып үлеүселәр һаны 11 процентҡа артһа, беҙҙә – 70 процентҡа кәмегән. Бына ошо була инде беҙҙең эш һөҙөмтәһе”, – тип билдәләне.
Читайте нас в