Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Декабрь 2019, 11:14

Дөрөҫлөк барыһына ла оҡшамай шул. Польша ояла һәм өндәшмәҫкә тырыша.

Һуңғы арала Европа Икенсе бөтөн донъя һуғышында булған ваҡиғаларҙы үҙ файҙаһына борорға, хатта яңынан яҙырға тырыша. Ә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың дөрөҫлөктө асып һалыуы булды, Европа илдәре лидерҙары һиҫкәнде. Мәҫәлән, Польшаның Икенсе бөтөн донъя һуғышы башланыуға туранан-тура мөнәсәбәте булыуын бик аҙҙар хәтерләй. Хатта һуғыш башланғансы Польша хакимиәтенең Гитлер менән хеҙмәттәшлек итеүен, әгәр йәһүдтәр мәсьәләһен хәл итһә, фюрерга Варшавала һәйкәл ҡуйырға йыйыныуҙарын күптәр белмәй.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың дөрөҫлөктө асып һалыуы булды, Польшала бөтөнләй икенсе төрлө һайрай башланылар. Әлегә оялыу тойғоһо һиҙелмәй, ләкин был көрәшкә ҡушылып китеүҙәренә үкенес бар. Әгәр Путин өндәшмәһә, Европала Польшаның холокостты (йәһүдтәрҙе ҡырыу) ойоштороусы илдәрҙең береһе булыуын берәү ҙә белмәҫ ине.
Социаль селтәрҙәрҙә Польша алып барған антисемитик сәйәсәт өсөн ғәфү үтенергә кәрәк, тигән саҡырыуҙар, “Рәсәйҙе яратмайым, ләкин Путин хаҡлы”, тигән фекерҙәр ишетелә.
Польша үкенә һәм ҡурҡа. Рәсәй архивтарында Польша етәкселегенең ике йөҙлө сәйәсәтен, фашистар менән хеҙмәттәшлек итеүҙәрен раҫлаған документтар тағы барҙыр әле.
Ә бит Польша – Европа парламентында Рәсәйгә ҡаршы сәйәсәт алып барыусы илдәрҙең береһе. Хәҙер нисек аҡланырҙар икән?
Читайте нас: