Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Декабрь 2019, 10:58

Владимир Путин Хөкүмәт менән йомғаҡлау ултырышы үткәрҙе. Президент Хөкүмәттән халыҡтың ысын килемен үҫтереүҙе талап итеп ҡуйҙы.

Хөкүмәт халыҡтың ысын килемен арттырыуҙы төп бурыс итеп күрергә тейеш. Бының өсөн бөтә ил буйынса иҡтисади үҫеш Хөкүмәт тарафынан тәьмин ителһен, ләкин әлегә етештереүҙе арттырыу темптары ҡәнәғәтләнерлек түгел.

Хөкүмәт халыҡтың ысын килемен арттырыуҙы төп бурыс итеп күрергә тейеш. Бының өсөн бөтә ил буйынса иҡтисади үҫеш Хөкүмәт тарафынан тәьмин ителһен, ләкин әлегә етештереүҙе арттырыу темптары ҡәнәғәтләнерлек түгел.
Владимир Путин иҡтисадтың үҫеш темптарын арттырырға, уның структураһын һәм сифатын яҡшыртырға кәрәк, тип билдәләне.
Әйткәндәй, халыҡтың күпселеге Владимир Путиндың һәр һүҙенә ҡолаҡ һала һәм һығымта яһап бара. Мәҫәлән, халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге Владимир Путин үткәргән матбуғат конференцияһынан һуң Президенттың рейтингының күтәрелеүенә иғтибар иткән. Ил башлығының кисәге белдереүҙәренән һуң рейтингы артабан да күтәреләсәк. Халыҡ Президентҡа ышаныс менән ҡарай. Сөнки Владимир Путин бөгөн күпселек көткән һәм ишетергә теләгән һүҙҙәрҙе һөйләй. Хәҙер иң мөһиме – ошо рейтингты һәм һүҙҙәрҙе аныҡ эштәр менән нығытыу, йәки халыҡтың килемен күтәреү.
Эксперттар билдәләүенсә, бындай осраҡта “вертолеттан аҡсалар һибеү”ҙең булыуы бик шикле, халыҡ быны көтмәй ҙә. Сөнки иҡтисадтағы ысынбарлыҡ, етештереүҙе үҫтереүҙең кәм темптар менән тормошҡа ашырылыуы бындай популистик сараларҙан һаҡ булырға мәжбүр итә. Һәр хәлдә, иң юғарынан беҙгә,“аҡса юҡ, һеҙ түҙегеҙ”, тип берәү ҙә әйтмәйәсәк. Иң мөһиме шул, юғарыла халыҡтың нисек йәшәүен беләләр һәм тормош кимәлен күтәреү буйынса аныҡ саралар күрергә әҙерҙәр.
Читайте нас: