Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Декабрь 2019, 09:56

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллектә ярҙам” милли проекты тормошҡа ашырыла. Был проектта Башҡортостандан 50 предприятие ҡатнашасаҡ.

Ошо проект хеҙмәт етештереүсәлеген күтәреү, яңы һөнәрҙәргә өйрәтеү, эш урындары булдырыу йәһәтенән 1,2 миллиард һумлыҡ сығымдарҙы күҙ уңында тота. Предприятиелар идарасы кадрҙарҙы яңынан уҡытыуҙы, эш урындарын хәүефһеҙ ойоштороуҙы ойоштора.

Бөгөнгә 40 эшкәртеү сәнәғәте предприятиеһы, ете ауыл хужалығы, өс төҙөлөш ойошмаһы менән килешеүҙәр төҙөлгән. Улар араһында “Стеклонет”, “Бәләбәй һөт комбинаты” акционарҙар йәмғиәттәре бар. “Стеклонет” быяла-туҡыма нигеҙендә төҙөлөш материалдары етештерһә, һөт комбинатының сырҙары Калининградтан алып Чукоткаға тиклем киң ихтыяж менән файҙалана. Ошо предприятиелар етештереүсәнле эшләй, ләкин уларҙы үҫеш темптары ҡәнәғәтләндермәй. Хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү буйынса проектта ҡатнашыу сығымдарҙы кәметеү, йәштәрҙе әүҙемләштереү, хеҙмәт культураһын күтәреү һымаҡ мөһим эштәрҙе үҙ эсенә ала.
Читайте нас: