Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2019, 11:18

Рәсәй Президентын бөгөн Ҡырымда көтәләр. Керчь боғаҙы аша төҙөлгән тимер юл күпере сафҡа инәсәк.

Бөгөн Ҡырымда Керчь боғаҙы аша төҙөлгән, Рәсәйҙә һәм Европала иң ҙур тимер юл күпере аша тәүге составтар үтәсәк. Күперҙе асыу тантанаһында Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашасаҡ һәм сығыш яһаясаҡ. Санкт-Петербургтан һәм Мәскәүҙән иң тәүге пассажир поездары киләсәк. Рәсәй Президенты тантаналар ваҡытында күпер төҙөүселәр һәм ябай халыҡ менән осрашасаҡ.

Тантаналарҙан һуң Рәсәй Президентын Адыгея республикаһында көтәләр. Ил башлығы республикала социаль проблемаларҙың хәл ителеүе, милли проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы менән танышырға теләй.
Читайте нас: