Яңы йыл бүләктәрен һәр беребеҙ көтөп ала. Ә бына күп балалы, аҙ килемле ғаиләләр беҙҙә байтаҡ, улар бүләкһеҙ ҡалмаҫмы? 14 йәшкә тиклемге биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр Республика Башлығының бүләген алып ҡыуанасаҡ. Хатта ғариза яҙып, юллап йөрөү ҙә талап ителмәй. Сөнки бындай ғаиәләләр ҡала һәм райондарҙың социаль яҡлау органдарында теркәлгән.
Әлеге ваҡытта иртәнән алып кискә тиклем урындағы ҡыш бабайҙар һәм ҡарһылыуҙар Башлыҡтың бүләген өләшеп йөрөй.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, милли проекттарҙың “Демография” йүнәлеше сиктәрендә, быйыл 16 меңләп ғаиләгә 5,3 миллион һумлыҡ бүләк әҙерләгән.
Бынан тыш, урындағы бағымсылар күп балалы ғаиләләр өсөн Яңы йыл кисәләре ойоштора, кескәйҙәргә тәмлекәстәр һәм уйынсыҡтар тапшыра.