Кем Төркиә менән дуҫ, шул Ҡара диңгеҙгә хужа, тигән әйтем әһәмиәтен бер ваҡытта ла юғалтмай. НАТО-ның көньяҡ флангылағы таянысы Төркиә Рәсәйҙән “Триумф С-400” зенит-ракета комплекстарын һатып алыу менән, Ҡара диңгеҙҙең тулыһынса Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлаясағы мәғлүм булды.
НАТО күҙ алдында тарҡала. Бер нисә аҙна элек Польша президенты Анджей Дуданың, Рәсәй беҙгә дошман түгел, көнсығыштан беҙгә ҡурҡыныс янамай, тип әйтеүе осраҡлы хәл тип ҡабул ителһә, бөгөн килеп, төньяҡ флангының күге НАТО-ның ҡулынан ысҡынды, тип әйтергә мөмкин. Сөнки Польша үҙе лә көтмәгән батырлыҡ ҡылды – АҠШ-тың маҡтаулы F-35 истребитель-бомбардровщигынан баш тартты. Был самолеттарҙы аҫрау һәм тотоу ҡиммәт, етмәһә, Польша хәрбиҙәре ҡуйған талаптарға яуап бирмәй, әлеге хаҡына тормай. Уның ҡарауы, 80-се йылдар аҙағында Советтар союзынан ҡалған күп яҡлы МИГ-29 истребителдәре әле лә үҙҙәрен ышаныслы тота һәм Польша ғәскәрҙәре ихтыяждарына яуап бирә.
Әлегә НАТО эмиссарҙары поляктарҙы АҠШ-ты үпкәләтмәҫкә, F-35-тәрҙе һатып алырға өгөтләй. Әгәр поляктар ныҡ торһа, АҠШ хәрби-сәнәғәт комплексы 1 миллиард доллар табыш юғалтасаҡ. Ә Польша шул тиклем аҡсаһын янға ҡалдырасаҡ.