Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Декабрь 2019, 11:00

Рәсәй Президенты бөтә һорауҙарға ла тулы яуап бирҙе. Яуаптар өҫтөндә эш әле оҙаҡ дауам итәсәк.

Ике меңләп хәбәрсе йыйылған матбуғат конференцияһы хәҙер тарихҡа әйләнде, күп һанлы аналитиктар Рәсәй Президенты Владимир Путин ишеттергән яуаптарҙан үҙҙәре өсөн файҙалы мәғлүмәт эҙләй. Күпселек булғанына ҡәнәғәт, сөнки артабан пенсия реформаһы булмаясаҡ. Рәсәй үҙ юлы менән бара, үҫеш төҫмөрләнә, кешеләрҙең килемдәре артасаҡ. Хатта коммунистар ҙа риза, сөнки Ҡыҙыл майҙанда ятҡан даһи Лениндың кәүҙәһе урынында ҡаласаҡ.

Президент, һәр ваҡыттағыса, уралтмай, суралтмай камераларға туры ҡарап, үҙенең хәтеренең яҡшы икәнлеген раҫлап, һис тотлоҡмайынса һөйләне. Хатта Владимир Путиндың Конституцияла яҙылған “ике срок” хаҡында беренсе тапҡыр иҫкә төшөрөүе лә аңлап ҡабул ителде.
Владимир Путин тыныс, ипле һәм ифрат әҙәпле алып барҙы үҙенең 15-се матбуғат конференцияһын. Ул кешеләрҙе тыңлай ҙа, һөжүмдәрҙе кире ҡаға ла белә, кәрәк тип тапһа, уның өсөн юмор ҙа хас. Президент өлгәшелгәндәр хаҡында ла байтаҡ яуап бирҙе. Бәлки беҙ барыһын да күреп тә бөтмәйбеҙҙер. Ул сәнәғәттә етештереүҙең үҫеүе нигеҙендә һуңғы егерме йылда төҙөлгән предприятиелар тороуын, Рәсәйҙең иген һатып алыусынан бойҙай һатыусы дәүләткә әйләнеүен ғәҙәти өлгәшелгәндәр сифатында еткерҙе.
Матбуғат конференцияһының аҙағында Президент “Рәсәй-1” телеканалы аша йомғаҡлау һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Эйе, өлгәшелгәндәр ҙә бар, проблемалар ҙа етерлек, урындағы властар ҙа халыҡҡа яҡыныраҡ булырға, уларҙың ихтыяждарын хәл итергә тейеш.
Читайте нас: