Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Декабрь 2019, 10:55

Михайловкала яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөләсәк.

Милли проекттарҙа мәғарифты үҫтереү өсөн 17,5 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Башҡортостанда 2 йыл эсендә егермеләп яңы мәктәп төҙөләсәк һәм бер сменала уҡытыуға күсеү тамамланасаҡ.
Башҡортостан Республикаһы Капиталь төҙөлөш идаралығы 1-се һанлы төҙөлөш идаралығы менән Өфө районының Михайловка ауылында бер ҡыйыҡ аҫтында 640 уҡыусыға мәктәп һәм 160 балаға балалар баҡсаһы төҙөү хаҡында конкурс һөҙөмтәләре буйынса килешеү төҙөнө.
Был мәктәп районда иң замансаларҙың береһе буласаҡ һәм уҡыусыларҙы 2020 йылдың 30 ноябрендә ҡабул итәсәк.
“Мәғариф” милли проектына ярашлы, яҡын йылдарҙа ауылда һәм бәләкәй ҡалаларҙа урынлашҡан 200-ләп мәктәп үҙенең матди-техник базаһын яңыртасаҡ, өҫтәлмә белем биреү өсөн “Һанлы мәғариф” программаһы менән тәьмин ителәсәк.
Читайте нас в