Ағиҙел
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2019, 11:10

Әгәр эште еренә еткереп үтәмәһәләр, аҡсаны кире ҡайтарырға тура киләсәк. Бөрө төҙөүселәре 29 миллион һумдан ҡолаҡ ҡаҡты.

Хөкүмәт ултырышында “Башҡорт ихаталары” программаһының үтәлеше ҡаралды. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар алдында вице-премьер Борис Беляев “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” дәүләт проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылыусы “Башҡорт ихаталары” төбәк программаһы хаҡында һөйләне. Әлегә эш 86 процентҡа үтәлгән. Йәки планлаштырылған 400 объекттың 346-һында эштәр ҡабул ителгән. Ҡалғандары яҡын арала төҙөлөп бөтәсәк.

Бындай ғәйәт ҙур программа тәүге йыл ғәмәлгә ашырылғас, ҡайһы бер хаталар, етешһеҙлектәр, кәмселектәр юҡ түгел. Әлеге конкурстар, подрядчик һайлау, проект документацияһы әҙерләү – эште оҙаҡҡа һуҙа. Икенселәр ошонда йәшәгән торлаҡ милекселәре менән килешеү төҙөүҙе кәрәк тип тапмаған.
Нисек кенә булмаһын, эш башланды, халыҡ ҡәнәғәт. Арлы-бирле төҙәткеләп һәм буяштырып китеү һымаҡ мутлыҡтар өсөн түләү ҡаралмаған. Бөрө ҡалаһында 14 килешеүҙең 10-һы буйынса килешеү ғәмәлдән сығарылған, төҙөүселәр 29 миллион һумды кире ҡайтарып биргән. 12 районда эштәрҙең сифатына дәғүә бар.
Ихаталарҙы яңыртыу киләһе йылға ла дауам итәсәк һәм тормошобоҙҙо матурлауға үҙ өлөшөн индерәсәк.
Читайте нас в