Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Декабрь 2019, 10:15

Милли проекттар һаулыҡ һаҡлауҙың матди-техник базаһын нығытырға ярҙам итәме? Дауалау учреждениеларына яңы ҡорамалдар ҡайтамы?

Йыл аҙағы яҡынлаша, йомғаҡтар яһар ваҡыт. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты дауаханаларҙың матди-техник базаһын нығытырға нисек ярҙам итә?

Йыл аҙағы яҡынлаша, йомғаҡтар яһар ваҡыт. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты дауаханаларҙың матди-техник базаһын нығытырға нисек ярҙам итә? Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ғына 6707 берәмек төрлө ҡорамал һатып алынған. Шул иҫәптән, 14 УЗИ, 12 рентген, 8 томограф, 2 МРТ һәм КТ аппараттары һатып алынған. Өфө, Октябрский, Күмертау, Старлетамаҡ, Бөрө, Кушнаренко, Бәләбәй, Мәсәғүт, Миәкә дауаханаларында рентген комплекстары эшкә ҡушылған.
Быйыл дауаханаларҙы дауалау учреждениеларын ремонтлау буйынса ҙур эш башҡарылған. 115 учреждениены ремонтлау, проект документацияһы әҙерләү өсөн 1,4 миллиард һум аҡса бүленгән. 2020 йылда шул уҡ маҡсатта 106 дауахананы ремонтлау өсөн 1,1 миллиард һум аҡса бюджетҡа һалынған.
Республика онкология диспансерында, Кардио-үҙәктә, Салауат ҡалаһында яңы корпустар һәм төкәтмәләр төҙөү дауам итә.
2020 йылда республика дауаханаһында яңы поликлиника, Саҡмағошта көн һайын 250 кеше ҡабул итеүгә иҫәпләнгән поликлиника, Бөрөлә балалар һәм өлкәндәр өсөн поликлиникалар төҙөү башланасаҡ.
Читайте нас: