Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Декабрь 2019, 12:05

Өфөлә “Башҡортостан саҡыра!” инвестиция форумы асыла. Уның киләсәктә йыл һайын ойошторолоуы бик ихтимал.

Өфөлә асыласаҡ “Башҡортостан саҡыра!” инвестфорумында 300 самаһы эре компанияның, шул иҫәптән, 14 вәкил “Форбс” исемлегенән, ҡатнашыуы көтөлә.

Өфөлә асыласаҡ “Башҡортостан саҡыра!” инвестфорумында 300 самаһы эре компанияның, шул иҫәптән, 14 вәкил “Форбс” исемлегенән, ҡатнашыуы көтөлә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе шәхсән унлап иң ҙур инвесторҙар вәкилдәре менән осрашасаҡ.
“Башҡортостан саҡыра!” форумына беҙ ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Беҙ әлегә, элекке йылдар менән сағыштырғанда, инвестициялар йәлеп итеүҙә 15 процент үҫеш менән барабыҙ. Әле үҫеш өсөн мөмкинлектәр бар”, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Бер нисә йыл буйы инвесторҙарҙың Башҡортостанды онотоуҙарын иҫәпкә алһаҡ, хәҙерге етәкселек уларҙы төбәккә йәлеп итеү, ҡайтарыу өсөн барыһын да эшләй. “Алға” иҡтисади зонаһы үҙ маҡсатына эҙмә-эҙлекле өлгәшә, “Стәрлетамаҡ – Ишембай – Салауат” агломерацияһы үҫешкә ныҡлы этәргес бирәсәк.
Форум сиктәрендә “Алға, Башҡортостан!” иң әүҙем инвесторҙар клубының тәүге ултырышын үткәреү ҙә ҡаралған.
Читайте нас: