Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Иглин районына барҙы һәм, ғәҙәттәгесә, үҙе күргәндәрҙе социаль селтәрҙәгә “тереләй” тултырып бара. Хатта уны оҙатып йөрөүсе хәбәрселәргә эш тә ҡалмай.
Шулай итеп, Радий Хәбировҡа Иглин районындағы яңыраҡ төҙөлә башлаған “Бал ауылы”н күрһәткәндәр. “Мин солоҡ умарталығын күрҙем. Фермерҙар бал ҡорттарының тәбиғи шарттарҙа үҫеүен күрһәтә. Ауыл хужаһының һоҡландырғыс пландарына көнләшергә генә ҡала. Бында нимә генә булмаясаҡ... Ун ҡунаҡ өйө, һунарсы, балыҡсы, умартасы өсөн махсус йорттар, оҫтахана, ҡымыҙхана, 300 солоҡҡа умарталыҡ, бал музейы, ат һарайы, ҡымыҙ фермаһы, ылаҡ уйыны өсөн манеж”, –тип яҙған төбәк башлығы үҙенең сәхифәһендә.