Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2019, 11:15

Ауылдарҙа беренсе ярҙам күрһәтеү шарттары яҡшыра. Ыңғай үҙгәрештәрҙе һәр кеше тойһон.

Республика Хөкүмәтендә аҙна һайын үткәрелгән оператив кәңәшмәлә ауыл ерендә фельдшер-акушер пункттарында тәүге ярҙам күрһәтеү шарттары тикшерелде.

Республика Хөкүмәтендә аҙна һайын үткәрелгән оператив кәңәшмәлә ауыл ерендә фельдшер-акушер пункттарында тәүге ярҙам күрһәтеү шарттары тикшерелде. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин билдәләүенсә, ғәмәлдә 2087 ФАП эшләй, шуларҙың 14-е – күсмә, ә ҡалғаны – стационар. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, 2020 йылда 72 иҫкергән пункт урынына яңы биналар төҙөү ҡаралған. Тимәк, киләһе йылда ғына йөҙләп өр-яңы фельдшер-акушер пункты ишектәрен асасаҡ.
Республика Башлығы Радий Хәбиров, яңы пункттар матур төҙөлөргә, кешеләрҙе үҙҙәренә йәлеп итергә тейеш, тип баҫым яһаны. Республика башлығын яңы пункттарҙы кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡыҙыҡһындырҙы. Министр был мәсьәләнең хәл ителәсәген әйтте, һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы асыласаҡ пункттар өсөн кадрҙар резервы булдырҙы.
Читайте нас в