Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Декабрь 2019, 10:50

Кудрин Путинға Медведевты ошаҡлап сыҡҡан. Хәҙер Медведев пенсионерҙарға: “Һеҙ түҙегеҙ, аҡса юҡ”, – тип әйтә алмай.

Иҫәп палатаһы рәйесе Алексей Кудрин Рәсәй Президенты Владимир Путинға йыл аҙағына тиклем 1 триллион һум бюджет аҡсаһының үҙләштерелмәй ҡалыуы тураһында хәбәр итте. Президент: “Ниңәлер күберәк”, – тип аптыранған. Былтыр, мәҫәлән, 700 миллиард һум аҡса үҙләштерелмәгән.

Тимәк, Рәсәй Хөкүмәте ҡаҙнаһында аҡса бар, тик ул халыҡ мәнфәғәтендә файҙаланыламы? Хөкүмәттән аңлатыуҙарынса, эшкә ҡушылмаған аҡсаның күпселеге милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙағы үтә бюрократлаштырылған тәртип ғәйепле. Конкурс үткәрергә, еңеүсене асыҡларға, проект документацияһы әҙерләргә, төҙөүселәрҙе йәлеп итергә һәм башҡалар.
Ә беҙҙең халыҡ түҙемле, көтөп өйрәнгән. Күпселек һиҙгәндер, юлдар яҡшыра, автобустар яңыра, ғүмерҙә булмаған подъездарҙы һәм ихаталарҙы ремонтлай башланылар. Һаулыҡ һаҡлауҙа матди-техник база яҡшыра, кадрҙар килә. Башҡа тармаҡтарҙа ла алға китеш һиҙелә.
Иң мөһиме – аҡса бар, Хөкүмәт рәйесе хаҡлылыр: әйҙәгеҙ, түҙәйек һәм көтәйек. Беҙ быға өйрәнгән инде.
Читайте нас: