Юлға сығыр алдынан шуны белегеҙ: “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡоростан юлдарында 305 фото-видео фиксация камераһы эшләй. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 235 регистратор өҫтәләсәк һәм уларҙың һаны 540-тан артасаҡ. Киләһе йылға иһә, фото-видео регистраторҙар һаны меңдән артыҡ тәшкил итәсәк.
Юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф аҡсаһы Башҡортостандың Юл фондына күсереләсәк. Регистраторҙар үҙҙәренең емешле эшләүен күрһәтеп өлгөрҙө инде. Федераль трассаларҙа яңыраҡ 59 камера эшләй башланы һәм өс көндә штраф түләүгә 2078 “бәхет” хаты ебәрҙе.
ЮХХДИ-ҙан хәбәр итеүҙәренсә, регистраторҙар бер ыңғай тиҙлекте арттырыуҙы, ҡаршы юлға сығыуҙы, маршрут транспорты юлына кереүҙе, йәйәүлеләргә юл бирмәүҙе теркәй.
Әгәр ошо ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәһәгеҙ, “бәхет” хаттары алыуҙан мәхрүм ҡаласаҡһығыҙ.