Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Декабрь 2019, 10:00

Милли проекттар мәғарифтың матди-техник базаһын нығытырға мөмкинлек бирәсәк. Бының өсөн яҡын йылдарҙа 17,5 млрд. һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән уҡыу-уҡытыуҙы биш көнлөккә күсереү мәктәптәрҙе яңыртыуға, интерактив йыһаздар, IT технологиялар һатып алыуға мөмкинлек асты. Ике йыл эсендә Башҡортостанда береһенән-береһе ҙурыраҡ 21 мәктәп төҙөләсәк.

Шуларҙың араһында Инорс биҫтәһендә төҙөлөүсе 1650 урынлыҡ мәктәп иң ҙуры һәм замансаһы буласаҡ. 1,082 миллиард һумлыҡ мәктәпте төҙөүгә контрактты “Фирма СУ-10” компанияһы отто. Төҙөлөш эштәре, килешеүгә ярашлы, 2021 йылдың август аҙаҡтарына тамамланырға тейеш.
“Фирма СУ-10” республикала торлаҡ һәм социаль объекттар төҙөү буйынса иң ышаныслы төҙөлөш ойошмаларынан иҫәпләнә.
Читайте нас: