Юлай Ғәйнетдинов!
Милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булырлыҡ шәхестәре араһында шундайҙары ла бар: уларҙың исемдәрен әйткән саҡта рухи ҡиммәттәребеҙ атамалары ла ауаздаш яңғырай, бер бөтөнгә әүерелә. Әйтәйек, йыр солтаны – Абдулла Солтанов, Мөхәммәт Иҙрисов “Байығы”, Заһир Исмәғилев ҡурайы, Рәшиҙә “Заһиҙә”һе һ.б.
Ә бына Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдиновтың исеме ҡурайға ауаздаш ҡына түгел, уға ярашлы лаҡабы ла халыҡ араһында киң таралған: “Юлайҙа Ҡурай Ғәйнетдинов”.
Уның милләтебеҙ өсөн башҡарған ғәмәлдәрен барлағанда “Шоңҡар” йәштәр журналы баш мөхәррире, яҙыусы Мөнир Ҡунафиндан да яҡшыраҡ итеп әйтеп булмаҫ, моғайын: “Юлай Ғәйнетдинов үҙенең тынғыһыҙ эшмәкәрлеге менән халҡыбыҙҙың ғүмерен мең ярым йылға оҙайтты...”