Урал аръяғында бындай техникаға ихтыяж ҙур.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яман шеште алдан асыҡлаған өсөн табиптарға 5 мең һумға тиклем премия түләй. Ә сирҙе махсус ҡорамалдарҙан тыш асыҡлауы һис тә мөмкин түгел.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Сибай ҡала дауаханаһына “Камаз” базаһында эшләүсе һанлы күсмә флюорография кабинеты һатып алынды.
Яңы техникала эшләү мөмкинлектәре стационар шарттарҙан айырылмай, пациенттарҙы төрлө яҡлап тикшереү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Тын юлдары сирҙәренә диагностика үткәреү Сибайҙа ғына түгел, күрше райондарҙың төпкөл ауылдарында ла буласаҡ, халыҡты диспансерлаштырыу мөмкинлектәре лә киңәйәсәк.