Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2019, 19:35

Радий Хәбировтың мөрәжәғәте.

Республика Башлығы Радий Хәбиров киләһе йылға һәм яҡындағы киләсәккә бурыстар билдәләне. Башлыҡтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға икенсе мөрәжәғәте ҡыйыу, ләкин үтәлерлек бурыстар ҡуя.

Радий Хәбировтың мөрәжәғәте.
Республика Башлығы Радий Хәбиров киләһе йылға һәм яҡындағы киләсәккә бурыстар билдәләне. Башлыҡтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға икенсе мөрәжәғәте ҡыйыу, ләкин үтәлерлек бурыстар ҡуя.
Беҙҙе берҙәмлек ҡотҡарасаҡ.
Әлеге мәлдә тупланыуға тәүге аҙым яһалды. Бер генә миҫал. Былтыр Сибай карьеры көйрәй башлағас, беҙ бөтә республика менән уны ҡотҡарырға ташландыҡ. Боронғо йолаларҙы иҫкә төшөрөп, өмә үткәрергә тура килде. Сибайға ярҙамға белгестәр, ҡотҡарыусылар, табиптар, артистар килде. Шул уҡ хәл ПОЛИЭФ-та булған авария ваҡытында күҙәтелде. Ҡотҡарыусылар эсәр һыуҙың бысраныуына юл ҡуйманы.
Эш хаҡы һәм эш урындары тураһында.
Беҙ ҙур бурыстар ҡуябыҙ, ләкин улар үтәмләҫлек түгел. Дәүләткә эшләүселәрҙең эш хаҡын арттырыу өсөн өс йылда 10 миллиард һумға яҡын аҡса бүленәсәк. “Башкирэнерго”, “Нефаз”, “Бәләбәй һөт комбинаты” һәм башҡа предприятиелар йөҙҙәрсә кеше эшкә ҡабул итәсәк. Беҙгә көслө иҡтисад, көслө бюджет кәрәк. Йәшәгән урындарыбыҙҙа тәртип урынлаштырайыҡ. Ә тәртипте берҙәмлек булғанда ғына урынлаштырырға мөмкин.
Кадрҙар хаҡында.
Бөгөн республика иҡтисады инвестицияларға мохтаж. Быйыл беренсе тапҡыр 15 процент үҫешкә өлгәштек. Һуңғы йылдарҙа үҫештең 0 процент булыуын иҫәпкә алһаҡ, 15 процент күберәк эшләргә саҡыра. Бер йыл эсендә беҙ 20 райондың һәм биш ҡаланың башлыҡтарын алыштырҙыҡ. Етәкселеккә яңы ҡарашлы башлыҡтар килә.
Ҡуштау итәгендәге шау-шыу урынһыҙ.
Ҡуштау эшкәртеләсәк һәм уның эргәһендәге низағ урынһыҙ. Берәү ҙә меңдәрсә кешене эшһеҙ ҡалдырыуға юл ҡуймаясаҡ. Кемделер һатып алырға тырышыу, көс ҡулланыу хәҙерге конкуренция шарттарында бер компанияны икенсеһенә алыштырырға тырышыу ғына. Хәҙерге сода заводын эштән туҡтатырға тырышыу беҙҙең файҙаға түгел.
Коррупцияға һәм етешһеҙлектәргә ҡаршы көрәш.
Йыл башынан 37 вазифалы кеше хөкөм ителде. 42 кешегә ҡарата енәйәт эше асылды. Уларҙың исемдәрен атарға кәрәк. Юл төҙөгәндә, подъезд ремонтлағанда урларға тырышалар. Хатта ҡайһы берәүҙәр мәктәп ашханаһында балаларҙың аҙығын урлауҙан да тартынмай.
2018 йылдың октябренән бирле “Инцидент-менеджмент” эшләй һәм халыҡ власты үҙенә йөҙ менә боролорға мәжбүр итте. Киләһе йылдан төбәк менән идара итеү үҙәге эшләй башлаясаҡ.
Төҙөкләндереү еңел түгел.
Быйыл төбәктә 400 ихата, 3000-ләп подъезд ремонтланған, 700 км. юлдар яҡтыртылған. Киләһе биш йылда 3000 күп фатирлы йортто, 15 мең подъезды ремонтлаясаҡбыҙ. Йыл һайын 400 ихатаны төҙөкләндерәсәкбеҙ. Әйҙәгеҙ, хәҙер төҙөлгәнде, ремонтланғанды һаҡларға өйрәнәйек! Юғиһә, ремонт үткән, 2-3 аҙнанан емереү башлана. Кешеләрҙе төҙөкләндереүгә күберәк йәлеп итәйек. Матур, таҙа йортта фатирҙар ҙа ҡиммәтерәк була бит.
Европанан өлгө алайыҡ.
Беҙ республикала парктар һәм скверҙарҙы төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башланыҡ. Өфөнөң “1 май” паркы яңырҙы. Киләһе йылға “Ҡашҡаҙан” паркы, “Бейеүсе торналар”, “Имәндәр” скверы асыласаҡ. Совет майҙанында генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ һәм майҙан танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк.
Транспорт һәм юлдар.
Ҡалаларҙа пассажирҙар ташыу йәһәтенән үҙ-ара атыштар дәүере тамамлана. Кешеләргә тыныс һәм рәсми эшләргә мөмкинлек бирергә кәрәк. “Башавтотранс” алдында бөтә райондарҙы Өфө, ә район үҙәктәрен барлыҡ ауылдар менән таташтырыу бурысы тора. Транспорт Өфөлә иң яҡшыларҙың береһе булырға тейеш. Юлда йөрөүселәр юлдарҙың яҡшырыуына иғтибар иткәндер. Бер бер йылда 1,5 мең км. юлдарҙы ремонтланыҡ, 50 км. юл төҙөнөк, биш күперҙе сафҡа индерҙек.
Һаулыҡ һаҡлауҙа хәлдәр яҡшыра.
Һаулыҡ һаҡлау тармағына ҡыҫҡа ғына ваҡытта 660 хеҙмәткәр килеп ҡушылды. Тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү яҡшыра, сираттар кәмей. Өр-яңы поликлиникалар һәм дауаханадар сафҡа инә. Тиҙ ярҙам күрһәтеү өсөн хата вертолет та йәлеп ителә. Әлегә тармаҡта проблемалар байтаҡ. Ләкин ялыуҙарҙың кәмеүе беҙҙең дөрөҫ юлда булыуыбыҙ хаҡында һөйләй. Иң мөһиме – төрлө сирҙәрҙән вафат булыусылар һаны кәмене. Дөрөҫөн әйткәндә, быйыл 2600 кешенең ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалдыҡ.
Беҙҙең Еңеү байрамы.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылау иң юғары кимәлдә үтәсәк. Ветерандарға ярҙам күрһәтеү йыл әйләнәһенә барырға тейеш. Еңеү айҡанлы асылған иҫтәлекле урындарҙы һаҡлау – беҙҙең бурыс. Киләһе йылға “Патриот” хәрби-патриотик паркы асыласаҡ.
Атай-әсәй булыу бәхете.
Үкенескә ҡаршы, беҙ хәҙер әҙерәк яратабыҙ, баларҙы ла әҙерәк үҫтерәбеҙ. Беҙ хәҙер аҡса эшләү менән мауығабыҙ. Атай, әсәй булыу бәхете беҙҙең өсөн ят. Был донъяла бала йылмайыуынан да ҡиммәтерәк нимә бар? Һәр йыл һайын республикала ун меңләп аборт яһала. Тимәк, шул сабыйҙар тыуыуҙан мәхрүм ҡала. Йәштәр шуны белһен: беҙ һәр сабыйҙы ҡыуанып ҡаршы алабыҙ. Дәүләт һеҙгә ярҙам күрһәтергә әҙер.
Читайте нас: