“Экология” дәүләт проектын уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн быйыл Рәсәйҙә беренсе тапҡыр эсәр һыуҙың сифатын яҡшыртыу өсөн аҡса бүлә башланылар. Быйыл, мәҫәлән, Башҡортостанда ошо маҡсатта 4,2 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Әгәр проблеманың күләмен күҙ уңында тотһаҡ, ҙур аҡса түгел, ләкин эштең башланыуы мөһим. Быйыл республика ҡала һәм райондарында 29 һыу менән тәьмин итеү объекттары төҙөләсәк һәм иҫкеләре ремонтланасаҡ.