Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Декабрь 2019, 13:00

Йылды бергәләп барлайбыҙ! “Абруй-рейтинг” һеҙгә иң-иңдәрҙе тәҡдим итә!

Бынан бер нисә аҙна элек “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдары сайттары ҡулланыусыларына үтеп барған йылда республика тормошонда булып үткән мөһим һәм әһәмиәтле ваҡиғаларҙы барларға тәҡдим иткәйнек. 2019 йыл сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәйәсәт, сәнәғәт, тарих өлкәһендә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларға һәм күренештәргә бай булды.Һеҙҙең ярҙам менән, мәғлүмәт сараларына таянып, беҙ йылдың төп ваҡиғаларын, лайыҡлы шәхестәрен, республика тормошонда әһәмиәтле урын тотҡан күренештәрҙе һайлап алдыҡ. Бөгөн беҙ уларҙы һеҙгә тәҡдим итә башлайбыҙ. Шулай итеп, таныш булығыҙ, киләһе яҙмаларҙа һеҙгә “Абруй-рейтинг” йомғаҡтары тәҡдим ителә.

Бынан бер нисә аҙна элек “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдары сайттары ҡулланыусыларына үтеп барған йылда республика тормошонда булып үткән мөһим һәм әһәмиәтле ваҡиғаларҙы барларға тәҡдим иткәйнек. 2019 йыл сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәйәсәт, сәнәғәт, тарих өлкәһендә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларға һәм күренештәргә бай булды.
Һеҙҙең ярҙам менән, мәғлүмәт сараларына таянып, беҙ йылдың төп ваҡиғаларын, лайыҡлы шәхестәрен, республика тормошонда әһәмиәтле урын тотҡан күренештәрҙе һайлап алдыҡ. Бөгөн беҙ уларҙы һеҙгә тәҡдим итә башлайбыҙ. Шулай итеп, таныш булығыҙ, киләһе яҙмаларҙа һеҙгә “Абруй-рейтинг” йомғаҡтары тәҡдим ителә.
Йыл байрамы
Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуына – 100 йыл
2019 йыл юбилейҙарға, байрамдарға үтә лә бай. Әммә шуларҙың араһында иң мөһиме – Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуы. Әгәр ҙә ошо дата булмаһа, башҡаларының да әһәмиәте ҡырҡа кәмер, ҡайһыларының мөһимлеге шартлы булыр ине. Әгәр ҙә 100 йыл элек милләтебеҙҙең аҫыл улдары берләшеп, ҡулдарына ҡорал алып республикабыҙ автономияһы өсөн көрәшмәһә, республикабыҙ ҙа, уның ошо йылда быуатлыҡ юбилейҙарын билдәләүсе дәүләт учреждениелары, ведомстволары, нәшриәте, театры ла, башҡа ойошмалары ла булмаҫ ине. Шулай булғас, ошо йылыбыҙҙың юбилейҙарының да юбилейы, байрамдарының да байрамы ул Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы! Уның артабан да йәшәүен, сәскә атыуын теләйек!
Читайте нас: