Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2019, 11:10

Әгәр дәүләт ярҙам итмәһә, Рәсәйҙә демография проблемаһы хәл ителмәйәсәк. Хәстәрлекле илдә һәр бала, һәр ғаилә матди ярҙам ала.

Рәсәйҙә “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостанда, мәҫәлән, күп балалы ғаиләләргә ярҙам, тормош сифатын яҡшыртыу, тыуымды арттырыу өсөн 34 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Һәр ҡалала һәм районда, тип әйтерлек, балалар баҡсалары, дауаханалар, поликлиникалар төҙөлә.

Проблема хәл ителһен өсөн һәр ғаиләгә адреслы матди ярҙам кәрәк, тип иҫәпләй социологтар. Башҡортостанда “Бала тыуғас, ғаиләләргә финанс ярҙамы” төбәк программаһы эшләй һәм уға ҙур өмөт бағлана.
Хөкүмәт 2020 йылдың башынан 1-се бала тыуғандан һуң түләнә торған матди ярҙам күрһәтеү шарттарына үҙгәреш индерҙе. Әгәр ғаиләнең йән башына килеме эшкә һәләтлеләр өсөн түләнә торған йәшәү минимумынан 2 тапҡыр кәмерәк булһа, ата-әсәләр беренсе балаға түләнә торған пособиеға иҫәп тота ала. Беҙҙең республикала был күрһәткес бөгөн 20868 һум, тип иҫәпләнә. Пособие 9789 һумға етәсәк һәм балаға 3 йәш тулғансы алыу хоҡуғы биреләсәк.
Үҙегеҙҙең матди ярҙамға хоҡуғығыҙҙы район һәм ҡалаларҙың социаль ярҙам күрһәтеү идаралыҡтарында һәм Күп функциялы хеҙмәт күрһәтеү үҙәктәрендә (МФЦ) иҫбатларға кәрәк.
Читайте нас: