Өфөлә башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы ойошторолоуы бар донъяға һибелеп йәшәгән милләттәштеребеҙҙең рухи ҡояшына әүерелер тигән тулы ышаныс бар. Милли-мәҙәни автономия илебеҙҙең төрлө төбәктәрендәге башҡорт ижтимағи ойошмаларын берләштерәсәк.
Ике көн һуҙымында Өфөлә милли-мәҙәни автономияның ойоштороу съезы үтте. Унда Силәбе, Свердловск, Волгоград, Тверь өлкәләренән, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономиялы округтарынан, Татарстан, Коми республикаларынан вәкилдәр ҡатнашты. Тәүге көндә Башҡортостан Республикаһы Милли музейында башҡорт халҡының тарихына арналған “түңәрәк өҫтәл”үтте. Кискә делегаттар Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрның 100 йыллыҡ юбилей кисәһен тамаша ҡылды.
Икенсе көнөнә милли-мәҙәни автономияны ойоштороу мәсьәләләре буйынса һөйләшеү булды. "Федераль милли-мәҙәни автономия ҙур берләштереүсе роль үтәр, тип ышанам. Башҡорттар бөтә ил буйлап төрлө яҡҡа таралған. Беҙ уларҙы бергә туплаусы ҙур көс булырға тейешбеҙ," – тине делегаттарҙы сәләмләп Республика Башлығы Радий Хәбиров.
Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Михаил Мишин 2020 йылдан алып федераль автономиялар дәүләт ярҙамы ала башлаясағы, улар төрлө конкурстар, гранттар формаһында ойоштороласағы хаҡында белдерҙе.
Съезд барышында милли-мәҙәни автономия ойоштороуға ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды: яңы ижтимағи ойошманың составы билдәләнде, киләсәккә пландар ҡуйылды. Башҡорттарҙың Федераль милли-мәҙәни автономияһы рәйесе итеп Лилиә Ғүмәрова һайланды.