Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Декабрь 2019, 11:20

Рәсәй Президенты Сербия етәксеһе менән осрашты. Рәсәй һәм Сербия мөнәсәбәттәренең боҙолоуы уйҙырма булып ҡала.

Европала Рәсәй менән Сербия мөнәсәбәттәрен бик ентекләп күҙәтәләр һәм уның насар яҡҡа үҙгәреүен көҫәүселәр юҡ түгел. Ләкин Владимир Путиндың Сочиҙа Александр Вучичты ҡабул итеүе уйҙырмаларҙы юҡҡа сығарҙы. Рәсәй һәм Сербия бәйләнештәре элекке һымаҡ ныҡ һәм ыңғай. Ике ил башлығы иҡтисади хеҙмәттәшлекте ҡараны һәм киләсәккә бурыстар билдәләне.

Сербия – Евросоюзға инмәгән бик һирәк илдәрҙең береһе. Уның етәкселеге үҙен һәр ваҡыт Рәсәйҙең союздашы итеп күрһәтә һәм артабан да бәйләнештәрҙе өҙөргә теләмәй. Евросоюзға инеүгә Сербия территорияһындағы Косово проблемаһы кәртә булып тора. Һөйләшеүҙәр үҙәгендә газ проблемаһы ла тора һәм уны хәл итеү юлдары әлегә күренмәй.
Фараз ителеүенсә, быйыл ҡыш һалҡын буласаҡ. Шуға күрә Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашырға һәм зәңгәр яғыулыҡты өҙлөкһөҙ һатып алырға теләүселәр күп көтөлә. Рәсәй Европа илдәрен, газ барығыҙға ла етәсәк, тип тынысландырһа ла, әлегә Украина газ-транспорт системаһындағы тотороҡһоҙлоҡ борсолорға мәжбүр итә.
Читайте нас: