Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2019, 11:15

Рәсәй-Ҡытай: бәйләнештәр нығына. “Себер көсө” газ үткәргесе эшләй башланы.

Хәбәрселәр билдәләүенсә, Европа бөгөн һиҫкәнде. Беләһегеҙме, ни өсөн? Сөнки Рәсәй газ баҙарына донъялағы иң ҙур һәм ҡеүәтле дәүләттең вәкилдәре килде. Рәсәй хәҙер Европанан зәңгәр яғыулыҡ һатып алыуҙарын һорап, инәлмәйәсәк, хатта хаҡтарҙы билдәләгәндә “Газпром” йәмғиәте үҙ баһаһын үткәрә аласаҡ.

Бөгөн Европа яртылаш, тип әйтерлек, үҙ ихтыяждарын Рәсәй газы иҫәбенә ҡәнәғәтләндерә, Рәсәйҙән теүәллек, уңайлы хаҡтар һәм шарттар талап итә ала.
Йылдам үҫешкән Ҡытай иҡтисады өсөн бөгөн даими килеп торған газ кәрәк. Ошондай ҡулланыусы булған саҡта Рәсәй иҡтисады тотороҡло һәм ышаныслы үҫәсәк. Тотороҡло Рәсәй Европа баҙары өсөн артыҡ.
Газ үткәргесте асыу телевизион күпер аша тормошҡа ашырылды. Уны асыуҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Ҡытай Халыҡ республикаһы рәйесе Си Цзиньпин ҡатнашты. Ике илдең башлығы киләсәктәге хеҙмәттәшлек хаҡында әңгәмәләште. Владимир Путин әйтеүенсә, яҡындағы 30 йылда “Себер көсө” аша йыл һайын Ҡытайға 38 миллиард кубометр, йәмғеһе 1 триллон кубометрҙан ашыу, зәңгәр яғыулыҡ оҙатыласаҡ.
Читайте нас: