Санкт-Петербург ҡалаһында Рәсәй Президенты Владимир Путин яугир яҙыусы Даниил Гранинға һәйкәл асыуҙа ҡатнашты. Ошонда уҡ ҡала халҡы менән аралашыу мөмкинлеге лә булды. Иң ҡыйыуҙар һәм бәхетлеләр дәүләт башлығының эргәһенә үк килеп, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирә алды. Хатта иң әрһеҙҙәрҙең берәүһе Президент эргәһенә килеп етеп: “Мин һеҙгә Украина хаҡында һорау бирергә теләйем”, – тине.
Был һорауға Владимир Путин: “Ниңә һеҙ тик Украина менән мауығаһығыҙ? Әйҙәгеҙ, үҙебеҙ хаҡында ла уйлайыҡ”, – тип яуап бирҙе үҙенә генә хас юмор менән.
Президент дөрөҫ әйтә, үҙебеҙ хаҡында ла хәстәрлек күрергә ваҡыт. Ана, милли проекттарҙа билдәләнгән бурыстарҙы үтәү хаҡында көнө-төнө һөйләйбеҙ, шулар нисек ғәмәлгә ашырыла? Яңы дауаханалар төҙөлә, табиптарҙың эш хаҡтары арта, ә халыҡты хеҙмәтләндереү кимәле яҡшырамы һуң? Рәсәй иҡтисады нығына бара, инфляция күҙгә күренеп, кәмей, ә хаҡтар ни өсөн арта? Яңы предприятиелар төҙөлә, эшһеҙҙәр һаны ла кәмей, ә халыҡтың килеме ни өсөн аҡрын арта?
Социологтар үҙҙәре лә аңлата алмай, бер нимәгә ҡарамаҫтан, Рәсәй Президентының рейтингы һаман да юғары килеш һаҡлана. Бөгөн фекер алышыуҙа яуап биреүселәрҙең 70 проценты самаһы ғәмәлдәге Президенттың эшмәкәрлеген хуплай.