Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь 2019, 11:12

Әлшәйҙәр – белеп эшләйҙәр. Районда ФАП-тар системаһы яңыра.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ауыл ерендә йәшәүселәрҙең дә ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән. Әлшәй районы ауылдарында фельдшер-акушер пункттарын һаҡлап ҡалыуға, электән асылғандарын яңыртыуға йүнәлеш алдылар.

Хәҙер уңайлыҡтары самалы булған иҫке биналарҙа халыҡҡа тәү ярҙам күрһәтеү мөмкин түгел. Район етәкселеге ауылдарҙа эшләгән ҡырҡлап ФАП-тың мөмкинлектәрен ҡарап сыҡты. Хәҙер күбеһендә ремонт эшләнде, мөмкинлектәр биргәнсе яңыртылды. Әлеге көнгә 22 фельдшер-акушер пунктына һыу индерелгән һәм канализация тоташтырылған.
Хәҙер район биләмәһендә заманса үҙгәртеп, ҡоролмаған мед. пункттар юҡ. Әлбиттә, әлегә кадрҙар мәсьәләһе бар, сөнки күпселек урындарҙа өлкән йәштәгеләр эшләй, алыштырырға кеше юҡ. Был мәсьәлә лә яҡын йылдарҙа хәл ителәсәк.
Социаль объекттарҙы оптимизациялау ҙа файҙа биргән әлшәйҙәргә. Бер нисә
мед. пунктты мәктәптәр, балалар баҡсалары, хакимиәт биналары менән
берләштергәндәр. Һөҙөмтәлә, был юлдың да уңайлы икәнлеге асыҡланған.
Читайте нас: