Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ноябрь 2019, 11:40

Илештәргә уңғанлыҡ килешә. Радий Хәбиров илештәр хеҙмәтен юғары баһаланы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Илеш районында булды һәм төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше менән танышты. Район милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, яңы объекттар төҙөү буйынса алдынғылар иҫәбендә лайыҡлы урын тота.

Радий Хәбиров Ҡарабаш ауылының Юбилейный микрорайонында “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” программаһы буйынса төҙөлгән спорт-мәҙәни үҙәген асыуҙа ҡатнашты. Бер ҡыйыҡ аҫтында 50 урынлыҡ балалар баҡсаһы, китапхана, спорт залы, урындағы хакимиәт тупланған, эргәлә – хоккей майҙаны. Биҫтәлә йәштәргә торлаҡ төҙөү өсөн ер бүленә, электр, газ үткәрелә.
Район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләне, яңы төҙөлөштәр менән таныштырҙы.
Радий Хәбиров Илеш районына эш сәфәренән ифрат ҡәнәғәт ҡалды һәм: “Илештә элек-электән егәрле, уңған кешеләр йәшәй. Бында һаулыҡ һаҡлауҙа, етештереүҙе үҫтереүҙә тос аҙымдар яһала. Район ныҡ һәм тотороҡло үҫешә. Уңғандарға ярҙам итке килеп тора”, – тип билдәләне.
Читайте нас: