Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ноябрь 2019, 11:25

Рәсәй Президенты РФ Энергетика министры һәм “Газпром” йәмғиәте рәйесе менән осрашты. Европаны газ мәсьәләһе борсой.

Рәсәй газын Украина аша Европаға ташыу мәсьәләһе Киевтан башҡа, барыһын да борсой. Сөнки әле булһа 2020 йылға Рәсәй менән Украина араһында газ килешеүенә ҡул ҡуйылмаған. Европа илдәре яртылаш, тип әйтерлек, Рәсәй газы иҫәбенә йылына һәм Мәскәүҙән газ ташыуҙа өҙөклөктәргә юл ҡуйылмауына гарантия талап итә. Ошо мәсьәлә Рәсәй Президенты Владимир Путин РФ Энергетика министры Александр Новак һәм “Газпром” йәмғиәте рәйесе Алексей Миллер менән осрашыуҙа яңынан ҡаралды.

Алексей Миллер белдереүенсә, Украина быйыл газ ташыуҙы Европа закондарына ярашлы ойоштороуға күсте һәм ҡайһы бер проблемалар барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, газ ташыусы оператор бойондороҡһоҙ булырға һәм тейешле раҫлау үтергә тейеш. Ошондай ваҡ мәсьәләләр газ ташыуҙы тәьмин итеүҙә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.
Тағы ла бер вариант – йыл аҙағына тиклем ғәмәлдәге контрактты оҙайтырға ғына кәрәк. Тик бының өсөн Украина яғы Рәсәй газ ташыусыларына нигеҙһеҙ дәғүәләренән баш тартырға тейеш.
Рәсәй Президенты Энергетика министрына һәм “Газпром” етәксеһенә мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү бурысын ҡуйҙы.
Читайте нас: