“Рәсәй саҡыра” иҡтисади форумында Владимир Путин СССР-ҙың тарҡалыуына бәйле, был ваҡиғаның бөтә ил өсөн көтөлгән иң алама сценарийҙан да насарыраҡ булыуын әйтте һәм һәләкәттең төп бәләһе – һөҙөмтәһеҙ иҡтисади сәйәсәт, тип билдәләне.
Рәсәй Президентының әлеге баһаһы таралып та өлгөрмәне, СССР-ҙың беренсе һәм һуңғы президенты М.С. Горбачев килеп сыҡты һәм үҙенең хеҙмәттәрен һанай башланы. Уның дәүерендә үҙгәртеп ҡороу һәм яңыса фекерләү өҫтөнлөк иткән, ил асылған, яңы һулыш алған, ә бына август фетнәһен ойоштороусылар, Балтик буйы илдәренең милләтселәре шундай ҙур эште уйған да ҡуйған.
Ә бына СССР етәкселеге алып барған һәләтһеҙ идара итеү, ярым-ярты сәйәсәт, төп фирҡәнең кәрһеҙлеге, ябай халыҡ мәнфәғәттәрен ситкә ҡуйыу һымаҡ етешһеҙлектәрҙең һәләкәткә алып килеүе хаҡында бер һүҙ ҙә юҡ.
Бынан 30 йыл элек ГДР-ҙы бер ҡоралһыҙ һәм компенсацияһыҙ Германияға тапшырып ҡуйыу һөҙөмтәләрен беҙ әле булһа татыйбыҙ. НАТО илдәре көнбайыш сиктәребеҙҙе тулыһынса үҙ ҡулында тота. Ә Рәсәй оборона ҡеүәтен нығытыу өсөн бюджеттың байтаҡ өлөшөн бүлергә мәжбүр.
Әллә Горбачев был хаҡта белмәйме, әллә оноттомо икән?