Ағиҙел
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2019, 11:15

Иҫке күпер. Унан баш тартырға иртәрәк.

Өфө-Аэропорт йүнәлешендә үткән быуаттың урталарынан бирле хеҙмәт иткән иҫке күперҙе үҙгәртеп ҡороу урынына капиталь ремонт менән сикләнергә булғандар. Сөнки 63 йыл хеҙмәт иткән күперҙән, яңыһы төҙөлөп бөткән осраҡта ла, баш тартыу юл-транспорт хужалығы өсөн иртәрәк, тигән ҡарарға килгәндәр Өфө ҡала хакимиәтенең Юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы файҙаланыу буйынса идаралығында.

Сөнки көньяҡ йүнәлештә транспорт ағымы йылдан-йыл арта һәм бындағы проблемаларҙы яңы күперҙәр һәм юлдар төҙөү менән генә хәл итергә мөмкин.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын ваҡытында үтәү көньяҡ йүнәлештә көсөргәнешлекте кәметергә ярҙам итәсәк. Иҫке күперҙе яңыртыу буйынса финанс мәсьәләһе хәл ителгән, проект документацияһы әҙерләнә һәм смета төҙөлә.
Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, яңы күпер төҙөлөп бөтөүгә иҫкеһендә капиталь ремонт эштәре башланасаҡ.
Читайте нас в