Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ноябрь 2019, 11:45

“Рәсәй саҡыра” иҡтисади форумы эшен башланы. Форумда Рәсәй Президенты ҡатнашты һәм сығыш яһаны.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ВТБ тарафынан ойошторолған “Рәсәй саҡыра” иҡтисади форумында һәр йыл тип әйтерлек ҡатнаша. Президенттың сығыштарын, һорауҙарға яуаптарын юғары элита һәр ваҡыт көтөп ала, хәбәрселәр – таратып ебәрә.

Владимир Путиндың телмәрендә быйыл да яңылыҡтар күп булды. Мәҫәлән, ул һәүерташ нефтен, энергия сығанағы булараҡ, экологияны һаҡлау талаптарына ярашлы, етештереү менән мауыҡмаҫҡа тәҡдим итә. Рәсәй иҡтисады ыңғай йүнәлештә үҫешә, Халыҡ-ара валюта фонды, Рәсәй тотороҡло үҫешә, тип билдәләй. Президентты халыҡтың уртаса эш хаҡының үҫеүе ҡәнәғәтләндерә, ләкин ысын килемдең бер урында тороуы борсой. Эш биреүселәргә был хаҡта уйларға кәрәк.
Рәсәй бюджеты ихтыяждарына бүленгән аҡса үҙ ваҡытында файҙаланыла, ләкин милли проекттарҙы үтәүгә бүленгән сығымдар графиктан артта ҡалыу менән үҙләштерелә һәм ноябргә 64 процент ҡына тәшкил итә.
Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡ-ара проблемаларға бәйле байтаҡ ҡына яңғырауыҡлы белдереүҙәр яһаны.
Читайте нас в