Ағиҙел
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ноябрь 2019, 09:40

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм эш табыуҙа ярҙам итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса форум үтте.

Республика етәкселеге хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә һәм төрлө саралар ярҙамында сеймал булмаған тармаҡтарҙа эшләүсе предприятиеларҙы дәртләндерергә теләй. Форумда алдан әҙерләнгән төркөмдәр үҙҙәренең бизнес-проекттарын тәҡдим итә һәм тормошҡа ашырыу юлдарын күрһәтә. Уңышлы, тип табылған проект тәҡдимдәр банкыһына индерелә һәм үҙенең башҡарыусыһын көтә.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм эш табыуҙа ярҙам итеү” милли проекты өс федераль һәм төбәк программаһын ғәмәлгә ашырыу өсөн нигеҙ булып тора. Проект ярҙамында хеҙмәт етештереүсәлеген үҫтереү, продукция етештереүҙе арттырыу, хеҙмәт баҙарында эш табыуҙа ярҙам итеү һымаҡ маҡсаттар тормошҡа ашырыласаҡ.
Читайте нас в