Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ноябрь 2019, 11:25

Һыуыҡтар башланды, әлегә Европа еңелсә һиҫкәнде. Рәсәйҙән Украина аша Европаға газ ташыу дауам итерме?

Был мәсьәлә Рәсәй газы иҫәбенә йылыныусы Европа илдәрен ныҡ борсой. Хатта Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Украинаға газ ташыу буйынса яңы контракт төҙөргә тәҡдим итеүе, Украина халҡы өсөн “зәңгәр яғыулыҡ”тың хаҡын 25 процентҡа төшөрөүе, илдең газ үткәргестәрен өҙлөкһөҙ тәьмин итеп торорға вәғәҙә биреүе Киевты һөйләшеүҙәр өҫтәле артына ултырта алманы.

Киев газ үткәреү мәсьәләһен урынһыҙ сәйәсиләштерә, әлегә үҙенә нимә кәрәклеген аныҡ белмәй, хатта АҠШ етәкселеген нығыраҡ тыңлап, Рәсәйҙән газ ташыуҙы өҙөүҙә, аҙаҡ Путинды һүҙендә тора белмәүҙә ғәйепләргә, хатта океан аръяғынан шыйыҡландырылған тәбиғи газ ташып, яуапһыҙ урыҫтар тарафынан туңдырылған Европаны, йәнәһе, ҡотҡарып ҡалырға тырышыуҙа шикләнеүселәр бар.
Рәсәй бындай уфтаныуҙарға тыныс ҡарай, Европалағы һаҡлағыстарҙа газ етерлек һәм ҡыш буйына өҙөклөктәр булмаясаҡ. Ләкин төп ауырлыҡты Украина халҡына кисерергә тура килмәгәйе. Сөнки халыҡ өсөн газға хаҡтар артасаҡ, бында, һис шикһеҙ, Рәсәй етәкселеген ғәйепле итеп күрһәтәсәктәр.
Украиналағы айыҡ көстәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Украина президенты Владимир Зеленский менән 9 декабрҙә Парижда үтәсәк тәүге осрашыуына ҙур өмөт бағлай.
Читайте нас: