Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ноябрь 2019, 12:35

Максим Галкинға нимә булған ул? Әллә Зеленскийҙың аш тәмләткес япраҡтары тынғы бирмәйме?

Максим Галкинға нимә булған ул? Әллә Зеленскийҙың аш тәмләткес япраҡтары тынғы бирмәйме?

Күҙәтеүселәр, шоу һәм эстрада белгестәре юморист һәм пародист Максим Галкиндың бер сәбәпһеҙ әүҙемләшеп китеүенә иғтибар иткән. Дөрөҫ булһа, шоумен себерҙәге ҡалаларҙың береһендә сәстәр үрә торорлоҡ һүҙҙәр һөйләгән, кемдәрҙелер бик ныҡ тәнҡитләгән, ҡыҫҡаһы, самаһын юғалтҡан. Ләкин үҙе юғалмаған.
Шунан һуң ваҡиғалар ҡуйыра, Галкинды тыйыуҙары, гастролдәрен өҙөүҙәре, телевизорҙан алып ташлауҙары хаҡында береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ хәбәрҙәр тарала. Ләкин хәбәрҙәр үҙен аҡламай. Пародисты тыймайҙар, гастролдәрен өҙмәйҙәр, телевизорҙан сығарып ташламайҙар. Етмәһә, уныһы, баяғы, репертуарын да үҙгәртеп тормай, үҙ һүҙен һөйләп йөрөй икән.
Беҙҙә һүҙ азатлығын Конституция гарантиялай. Һөйләһә, һөйләй инде. Телен ҡырҡып булмай.
Миңә ҡалһа, Максим Галкинды Украинаның хәҙерге президенты Владимир Зеленскийҙың уңышы дәртләндермәйме, тигән шик бар. Ни хәл итәһең, ярата беҙҙә халыҡ һүҙ һөйләп, кәйефтәрҙе күтәреүселәрҙе. Һиҙәһегеҙме, 2024 йылдың марты бер нисә ҡыш аша ғына ята бит. Номенклатура һағая, элита борсола, ни Үҙе һаман вариҫын иғлан итмәй. Ошондай шарттарҙа ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен күрһәтеп ҡалырға ашыға. Галкин да Зеленский һөнәрҙәшенең аш тәмләткес япраҡтарына ымһынып, халыҡтың тын алышын барлап ҡарамаймы икән?
Келәм аҫтындағы көрәштәр шулай башлана һәм дауам итә. Тик әлегә келәм аҫтында өймәкләшеүселәр, уларҙың өҫтөнән кемдең атлап йөрөүен онотмаһындар ине.
Читайте нас: