Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2019, 11:45

Халыҡ һулышы фекер белешеүҙә сағыла. Рәсәйҙәрҙең 70 проценты Путиндың эшмәкәрлеген хуплай.

“Левада-үҙәк”те Владимир Путинға ҡарата йылы мөнәсәбәттә ғәйепләүе ҡыйын. Уны властарға оппозицияла тороуҙа, хатта сит ил аҡсаһы иҫәбенә эшләүҙә лә ғәйепләйҙәр.

“Левада-үҙәк”те Владимир Путинға ҡарата йылы мөнәсәбәттә ғәйепләүе ҡыйын. Уны властарға оппозицияла тороуҙа, хатта сит ил аҡсаһы иҫәбенә эшләүҙә лә ғәйепләйҙәр.
Үҙәктең һуңғы фекер белешеү мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы осорҙа Владимир Путиндың Президент вазифаһында эшмәкәрлеген Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең 70 проценты самаһы хуплай. Шул иҫәптән, 26 процент һис шикһеҙ хуплай, 44 процент хуплау яғында.
Бик үк популяр булмаған “Пенсия реформаһы”нан һуң да халыҡ тарафынан Путиндың эшмәкәрлеген хуплауҙың үҫеүе беренсе тапҡыр теркәлгән.
Ике меңенсе йылдарға тиклемге реформалар мәхшәрен кисергән һәм йәшәүгә һәләтен юғалтмаған Рәсәй халҡын пенсия реформаһы менән генә өркөтөп булмай. Халыҡтың ышанысын хаҡтарҙың артыуы, килемдәрҙең кәмеүе генә түгел, илдәге тотороҡлолоҡ һәм киләсәккә өмөт йәшәтә.
Владимир Путин тарафынан ҡабул ителгән милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу ҙа халыҡтың йәшәйешенә ҙур һәм ыңғай үҙгәрештәр индерә. Күпселек быларҙың барыһын да күрә, ябай кешеләр өсөн эшләнеүен белә һәм үҙаллы һығымталар яһай. Ә һығымта, үҙегеҙ күрәһегеҙ, хәҙерге власть файҙаһына.
Читайте нас: