Ағиҙел аша Өфө – Аэропорт юлындағы күпер төҙөлөшө күҙ алдында тормошҡа ашырыла һәм графиктан алда барыуы менән ҡыуандыра. Күперҙе “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы төҙөйҙәр. Аэропорт йүнәлешендә асыласаҡ күпер 7 таяуҙа, 688 метр оҙонлоҡта буласаҡ һәм 2021 йылдың аҙағында асыласаҡ.
“Урал мостострой” йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 6 таяуҙа эштәр бер ыңғай бара, етенсеһендә проект эштәре тамамлана, 5-се һәм 6-сы таяуҙарҙа нигеҙ свайҙры һуғылған.
Эштәр ике этапта тормошҡа ашырыла, иң тәүҙә яңы күпер төҙөлә, аҙаҡ 1956 йылдан бирле эшләгән иҫке күперҙә ремонт эштәре башланасаҡ.
Төҙөүселәр билдәләүенсә, бындай төҙөлөштәр өсөн иң мөһиме – ваҡыт һәм эш сифаты. “Урал мостострой” төҙөүселәре графикты үтәргә һәм сифатлы эш тәьмин итергә әҙер.
Яңы ғына милли проекттарҙы үтәү өсөн юл төҙөлөшөнә федераль ҡаҙнанан 6 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленеүе билдәле булды.