Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ноябрь 2019, 11:35

РФ Хөкүмәте ултырышында халыҡты диспансеризациялау мәсьәләләре ҡаралды. 2019 йыл йомғаҡтары ҡәнәғәтләнерлек.

Рәсәй Хөкүмәтендә ҡабул ителгән яңы тәртипкә ярашлы, 18 йәштән 39 йәшкә тиклемге һәр кеше йыл һайын профессиональ күҙәтеү, өс йылға бер диспансеризациялау, ә кемдәр 40 йәштән өлкән, быны йыл һайын үтәргә бурыслы.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев әйтеүенсә, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, быйыл медицина күҙәтеүен 61 миллион кеше үтергә тейеш. Ә 2024 йылға был сараны Рәсәй халҡының 70 проценты тәьмин ителергә тейеш. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 41 миллион кеше диспансеризация үткән.
Хөкүмәт ҡулланыусылар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тәҡдим итә. Хатта ауыл халҡын медицина учреждениеларына ташыуҙы тәьмин итеү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирергә тейеш.
Хөкүмәт ултырышында 2019-2020 йылдарҙа Бөтә Рәсәй медицина күҙәтеүен ойоштороу ыңғай һөҙөмтә бирҙе, тип баһаланған.
Читайте нас: