Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ноябрь 2019, 11:10

Милли проекттар. Төбәктәр уны үтәргә әҙерме?

Ойоштороу эштәренең түбән кимәлдә булыуы милли проекттарҙың үтәлешен шик аҫтына ҡуйыуы бик ихтимал. Әлегә Рәсәй төбәктәрендә 1 ноябргә проекттарҙы үтәү өсөн бүленгән аҡсаның 67 проценты үҙләштерелгән. Төбәктәрҙең ҡаҙналары, Президенттың май указдарын үтәү маҡсатында, 731 миллиард һум аҡса туплаған.

Иҡтисадсылар бүленгән аҡсаны үҙләштереү кимәленең түбән булыуын билдәләй. Сөнки быйыл уҡ 1,7 триллион һумлыҡ эштәр башҡарыу бурысы тора.
Рәсәй төбәктәрендә проектты үтәү өсөн бүленгән аҡса бик ауыр үҙләштерелә. Ә бына Мәскәү – 82 млрд., Мәскәү өлкәһе – 60 млрд., Санкт-Петербург 40 млрд. һумлыҡ эштәр башҡарған. Башҡортостанда был һан насар түгел, йыл аҙағына тиклем 68 миллиард һум тәшкил итәсәк. Уның ҡарауы, Магаданда (1,1 млрд. һум), Еврей автономиялы округында (800 миллион һум) һәм Чукоткала (600 миллион) эштәре ифрат насар ҡуйылған.
Иҫәп палатаһы рәйесе Алексей Кудрин, проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа иң ауыры – ҡатмарлы идара итеү, тип билдәләне. Төбәктәр аҡса юҡлыҡтан үҙ өлөшөн индерә алмай, ә Үҙәк өсөн һығылмалылыҡ етмәй. Бындай шарттарҙа проекттарҙың халыҡ тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелеүе яңғырауыҡлы саҡырыуҙар ғына булып ҡалыуы бик ихтмал.
Читайте нас: