Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ноябрь 2019, 11:15

Бразилияла БРИКС осрашыуы тамамланды. Ойошмаға етәкселек итеү 2020 йылда Рәсәйгә күсә.

2020 йылда Рәсәй БРИКС илдәре ойошмаһына етәкселек итәсәк. Бразилиялағы саммиттан һуң ойошторолған матбуғат конференцияһында Рәсәй Президенты Владимир Путин берләшмәнең үҫеш юлдарын барланы.

2020 йылда Рәсәй БРИКС илдәре ойошмаһына етәкселек итәсәк. Бразилиялағы саммиттан һуң ойошторолған матбуғат конференцияһында Рәсәй Президенты Владимир Путин берләшмәнең үҫеш юлдарын барланы.
Владимир Путин билдәләүенсә, төп йүнәлеш булып терроризмға һәм террористик идеологияға ҡаршы көрәш, аҡса үҙләштереүгә кәртә ҡуйыу һәм урланған аҡсаларҙың кире ҡайтыуын тәьмин итеү.
БРИКС илдәренең осрашыуы 2020 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында ойоштороласаҡ.
Владимир Путин журналистар менән осрашыуҙа Рәсәйҙең отошло эске сәйәсәт иҫәбенә иҡтисади үҫеште һаҡлап ҡалыуын, ләкин әлеге күрһәткестәрҙең ҡәнәғәтләнерлек булмауын билдәләне.
Читайте нас: