Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Бразилияла БРИКС илдәре саммитында ҡатнашасаҡ. Был осрашыуҙың төп үҙенсәлеге шунда – Бразилияла президент вазифаһына элекке һымаҡ иҡтисади һәм сәйәси үҙаллылыҡҡа йүнәлеш алған сәйәсмән түгел, киреһенсә, АҠШ-ҡа үҙен союздаш тип иҫәпләгән партия вәкиле килде.
Шуға күрә хәҙерге ил башлығы Жаир Болсонару сит илгә иң тәүге сәфәрен АҠШ-ҡа ҡылды һәм Дональд Трамп тарафынан бик йылы ҡабул ителде.
Әлегә саммит ваҡытында Владимир Путиндың Һиндостан һәм Ҡытай етәкселәре менән тулы форматтағы осрашыуы ҡаралған. Бразилия президенты менән аралашыу БРИКС ултырышы сиктәрендә генә булыуы ихтимал.