Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ноябрь 2019, 11:05

Башҡортостандың иң билдәле өләсәйе Мәскәүҙә күргәҙмә ойошторҙо. Күргәҙмә “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә эшләй һәм республиканың 100 йыллығына арнала.

Күргәҙмә Мәскәүҙең абруйлы Милләттәр йортонда 5 ноябрҙән 22 ноябргә тиклем эшләйәсәк. Республикала иң билдәле өләсәй булып танылған Альбина Исхаҡованың күргәҙмәһе “Я люблю... Яратам” тип атала. Күргәҙмәнең бағыусыһы – Альбина өләсәй үҙе заманында эшләп киткән “Газпром Трансгаз Өфө” йәмғиәте.

Күргәҙмәлә Альбина Исхаҡова үҙ ҡулдары менән эшләгән милли кейемдәр һәм халыҡ ижады өлгөләре.
Киләһе йылда Башҡортостанда “Бөтөн донъя фольклориадаһы – 2020” үтәсәк. Донъя кимәлендә үтәсәк сара менән көн элгәре танышырға теләүселәр Альбина Исхаҡованың ижад емештәре аша фольклориада үтәсәк төбәктең тарихын, бөгөнгөһөн, ижадын, милли кейем өлгөләрен ҡарай ала.
Читайте нас: