Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2019, 18:55

Назарбаев Рәсәй-Украина мөнәсәбәттәрен яйға һалырға теләй. Тик уның был тырышлығын Көнбайыш ҡабул итерме?

Ҡаҙағстандың беренсе президенты Нурсолтан Назарбаев Украина президенты Владимир Зеленский менән осрашҡан һәм уның Рәсәй Президенты менән һөйләшеүҙәрен ойоштороуға ризалығын алған.

Ҡаҙағстандың беренсе президенты Нурсолтан Назарбаев Украина президенты Владимир Зеленский менән осрашҡан һәм уның Рәсәй Президенты менән һөйләшеүҙәрен ойоштороуға ризалығын алған.
Был тәҡдимгә Кремль үҙенең ризалығын белдерҙе. Рәсәй Президентының матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков: “Рәсәй етәкселеге Назарбаевҡа рәхмәт белдерә һәм Ҡаҙағстандың Рәсәй-Украина мөнәсәбәттәрен яйға һалыуҙа эшмәкәрлеген ыңғай баһалай”, – тип билдәләне. Күптән мәғлүм, Владимир Путин Украина менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға теләй һәм шундай уҡ аҙымдарҙы Киевтан да көтә.
Дмитрий Песков, бындай осрашыу бик ентекле әҙерләнергә тейеш, тип билдәләне.
Былтыр күҙәтеүселәр Рәсәй менән Украина араһында тыныслыҡ урынлаштырыусы сәйәсмән, Нобель премияһының “Тыныслыҡ өсөн” номинацияһына дәғүә итә ала, тип белдергәйнеләр. Тик Көнбайыш һәм Украинаның радикал бандеровсы көстәре Нурсолтан Назарбаевҡа Нобель премияһы алырға мөмкинлек бирерме? Сөнки Көнбайыш илдәре өсөн 2014 йылда ойошторолған хәрби түңкәрелеш һәм Ҡырымдың Рәсәйгә әйләнеп ҡайтыуы Мәскәүҙе агрессияла ғәйепләргә мөмкинлек бирә. Шуға һылтанып, Көнбайыш илдәре Украинала тыныслыҡ урынлаштырырға мөмкинлек бирмәйәсәк.
Бынан тыш, Норманд форматы үҙенең бурысын үтәмәне һәм унан баш тартырға иртәрәк.
Шулай ҙа Путин менән Зеленскийҙың осрашыуына өмөт бар, сөнки ике ил дә мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуға мохтажлыҡ кисерә.
Читайте нас: